"Башҡортостан ҡыҙы" журналының май һаны тышлығында Әлфиә Мостай ҡыҙының фотоһы һәм инте... — 22 июня 2026 г. в 12:54:19.513
"Башҡортостан ҡыҙы" журналының май һаны тышлығында Әлфиә Мостай ҡыҙының фотоһы һәм интервьюһы сыҡҡайны. Бөгөн, 22 июнь, Әлфиә Кәримованың юбилей көнөндә, беҙ редакциябыҙ исеменән барып, уны ҡотлап, журналдарыбыҙҙы тапшырҙыҡ, тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәр теләнек. Әлфиә Мостай ҡыҙын ҡотлау өсөн Шишмә районынан яҡташтары, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрынан, "Родина" кинотеатрынан һәм башҡа урындарҙан килгәйнеләр. Бүләк-күстәнәстәрҙән өҫтәлдәр һығылып торһа, матур һүҙҙәрҙән, изге теләктәрҙән М. Кәрим фондының тантаналар залы балҡып торҙо.

