Һөйөнсө! — 1 июля 2026 г. в 12:18:32
Һөйөнсө! Журналыбыҙҙың бүлек мөхәррире, шағирә Айзилә Мортаеваның ғаиләһендә һөйөнөслө ваҡиға! Ҡыҙы Айгүзәл гимназияны алтын миҙалға тамамланы! Иҫ киткес ҙур шатлыҡ был! Ун бер йыл буйы ең һыҙғанып эшләү һөҙөмтәһе! Беҙ һылыуҙы, ата-әсәһен ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Айгүзәлгә ҡулына алған документтың мәнфәғәтен күрергә, үҙе теләгән ергә уҡырға инеүен теләйбеҙ! Киләсәктә илебеҙгә кәрәкле белгес булырға яҙһын! Аҡ юл һиңә, Айгүзәл!
44 просмотров