Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Лайфстайл · 30 июня 2026 г.
"Башҡортостан ҡыҙы" һылыуҡайы" конкурсында беренсе урын алған Бөрйән ҡыҙы Гөлнәзирә Һөйөшева бөгөн үҙенә тәғәйен алҡаларҙы килеп алды.😍😍😍 Журналыбыҙҙың спонсоры Айгөл Ситдиҡова эшләгән һырғалар һылыуҡайҙың күңеленә хуш килде. Алҡалар, ысынлап, Гөлнәзирәнең үҙенә генә атап эшләнгәнме ни! Шул тиклем матур һәм килешле булды!😍😍😍 Һылыуҡайыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Ул Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледждың график дизайн бүдеген тамамлаған. Бөгөн ул Өфөләге юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшырҙы. Инде Гөлнәзирәгә үҙе теләгән йүнәлеш буйынса уҡырға инеп китеүен теләйбеҙ!💥💥💥 Һәр ваҡыт шундай матур, тырыш, маҡсатыңа ирешеүсән бул, Гөлнәзирә! Аҡ юл һиңә!💖💖💖