Һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килә — 30 июня 2026 г. в 04:32:36.641
Һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килә ✔"Ни өсөн мин бер ҡасан да теләгемә ирешә алмайым", — тип әйтәбеҙ. "Һеҙҙең өсөн яҡшы булған нәмә һеҙгә оҡшамаҫҡа мөмкин. Һеҙ яратҡанығыҙ һеҙҙең өсөн насар булыуы бар. Аллаһ Тәғәлә белә, ә һеҙ юҡ".(2:216) ✔"Ни өсөн минең менән бындай хәл булды", - тибеҙ. "Аллаһ Тәғәлә кеше күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар бирмәй. Нимәгә лайыҡ шул төшөр иңенә һәм уға ҡаршы ла тик үҙе ирешкәне булыр".(2:286) "Шикһеҙ, һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килер".(94:5-6) ✔" Быны нисек күтәрермен", - тип ҡайғырабыҙ. "Эй, тура юлда булыусылар! Түҙемле булығыҙ, түҙемле булырға әҙер булығыҙ, һаҡта булығыҙ һәм Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡығыҙ, бәлки, һеҙ ҡотолорһоғоҙ".(3:200) ✔"Башҡаса түҙә алмайым", — тип әйтәбеҙ. "Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәтлелегенә өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ, тик яңылыш юлда йөрөүселәр генә өмөтөн юғалта".(12:87) Бар һорауҙарыбыҙға яуапты Ҡөрьәндә табырға була.

