Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн тағы ла бер рецепт! — 16 июля 2026 г. в 16:43:48.973
Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн тағы ла бер рецепт! 1.5 ҡайнар һыу 2 аш ҡалағы эре итеп туралған имбирь тамыры 1 сәй ҡалағы йәшел сәй 2 аш ҡалағы лимон һуты 1 сәй ҡалағы бал Мята япрағы ла ҡушырға була. 1. Имбирҙе эре итеп турарға 2. Бөтәһен дә термосҡа һалаһың да ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға ла була. Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә,иртәнге кофе урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы мөмкин һәм йыш бәҙрәфкә йөрөтә!.)) Артыҡ килограмдар китә, иммунитет яҡшыра һәм көнө буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың! Бөтәгеҙгә лә уңыштар!

