Әгәр ҙә һоло ярмаһы менән йыуынһаң, Бер ниндәй тональ крем кәрәкмәй, — 16 июля 2026 г. в 16:40:16.723
Әгәр ҙә һоло ярмаһы менән йыуынһаң, Бер ниндәй тональ крем кәрәкмәй, (Геркулес, овсяные хлопья) Биттәге бөтә ҡара нөктәләр, һөйәлдәр, һипкелдәр, ҡырауҙар һәм күҙ төбөндәге күгәреп тороуҙар юҡҡа сыға. Һәм, беләһегеҙме нимәһе мөһим?! Бер нәмә лә һатып алыу кәрәкмәй!)) Тик ошо алымды ҡулланып ҡарағыҙ һәм һөҙөмтәһен күрерһегеҙ, үҙ күҙегеҙгә ышанмаҫһығыҙ! Унар йыллап ҡулланып ҡараған, ышаныслы рецепт - битте һоло ярмаһы менән йыуыу. Йыуғандан һуң битегеҙ йомшаҡ ҡына булып ҡаласаҡ! Һоло ярмаһы менән йыуыныу айырыуса кемдәрҙең биттәре майлы - шуларға тәғәйенләнгән, шулай уҡ боҙолоп торған бит тиреһенә, ауырыу кеүек йөҙ өсөн яҡшы. Нисек ҡулланырға? Бер ус һоло ярмаһын алабыҙ (эрерәк тә, вағыраҡ та бара). Һолоно уста ныҡ итеп ҡыҫып, 1минутҡа ағып торған йылы һыуға яҡын килтерәбеҙ. Һыуланған һоло ярмаһы менән битте ышҡый башларға. Бер-нисә секундтан һоло ярмаһы һабын һымаҡ күперә башлай. Файҙалы кәңәш. Битте һоло ярмаһы менән йыуыр алдынан раковинаға марля һалыр кәрәк, һыу юлы тығылмаһын өсөн. Әгәр ҙә бит боҙола йә кибә башлаған һымаҡ күренһә, борсолорға кәрәкмәй, Тире шулай итеп зарарлы матдәләрҙе сығара. Аҙна аҙағына ҡарай бөтәһе лә яйлана башлаясаҡ. Һоло ярмаһы менән иртәле -кисле йыуынырға була. Гөлгөнә Байзигитова.

