-4-се кластан алып бесән сабам. Атайым өйрәткәйне, мине алдына ҡуйып, - ти Дәүләкәндән ... — 16 июля 2026 г. в 05:01:54.414
-4-се кластан алып бесән сабам. Атайым өйрәткәйне, мине алдына ҡуйып, - ти Дәүләкәндән 85 йәшлек Хәлиҙә инәй. - Ауылда ғүмер буйы ҡул менән бесән саптыҡ. Бесән ваҡыттары күңелле булып иҫтә ҡалған. Иртән тороп, ҡырға сығып китәбеҙ. Көнө буйы саф һауала, физик эш эшләп йөрөп, бесән бөтөүгә тән еңеләйеп китә ине. Бесән сабыу - үҙе бер гимнастика бит инде ул. Тәүге көнө билдәрең, ҡулбаштарын ауырта. Аҙаҡ өйрәнәһең, сапҡан ваҡытта бөтә органдар ҙа хәрәкәткә килә бит, рәхәтләнеп сабаһың. Малыңа - ризыҡ, үҙеңә - һаулыҡ. Эш кешене сыныҡтыра. Хәрәкәттә -бәрәкәт.

