Хәйерле иртә! — 16 июля 2026 г. в 04:20:46.744
Хәйерле иртә! Ғаиләгеҙгә тәмлекәс әҙерләгеҙ🥰 Рәзилә Ямалеева ДИУАРЫНАН * * * Сәйгә тәмле берәй нәмә бешерергә уйлайығыҙмы? Мин манник бешерҙем әле. Рецебы еңел генә. Иң тәүҙә бер стакан манныйҙы бер стакан кефир менән бутап 40 минутҡа ебетеп ултыртырға. Мин сәй эсеп алғансы ултырҙы инде. Шунан ике йомортҡа, бер стакан шәкәр, 150 грамдай йомшарған май, йә ҡаймаҡ һалып болғарға, аҙаҡ бер стакан он менән бер балғалаҡ сода һалып ныҡлап болғарға, төйөрө ҡалмаһын,йә блендер менән.(соданы һүндерергә кәрәкмәй,кефир һүндерә) форманы майлап һалырға. 180 градуста 30 - 40 минутта әҙер була. Ауыҙҙа иреп кенә торған манник бәлеше әҙер. Минең бейек формам юҡ, шуға күрә рецептағы фотола һымаҡ бейек булып ҡабарманы, йәйенке табала ошолай бешә. 😌😉Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын🙏

