Фирүзә АБДУЛЛИНА — 24 июля 2026 г. в 11:44:59.747
Фирүзә АБДУЛЛИНА Мин – ҡатын-ҡыҙ. Бесән сабам. Ергә ныҡлы баҫып, Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды. Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта Онотамын бөтә ҡайғымды. Мин – ҡатын-ҡыҙ. Бәлки, килешмәйҙер, Ирҙәр менән йәнәш ярышыу, Тормош ҡанундарын инҡар итеп, Буран-елдәренә ҡарышыу? Нәзәкәтле, наҙлы ҡатын-ҡыҙға Кемдәр генә шиғыр яҙмаған? “Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – көсһөҙлөктә”,- Кемдер хатта уйлап сығарған. Көсһөҙ, нескә, яҡлау-наҙға мохтаж Минең дә бит килә булаһым, Мөхәббәт һәм бәхет гөлдәренә Күбәләктәй осоп ҡунаһым. Мин – ҡатын-ҡыҙ. Наҙлы, хисле булыу Ҡатын-ҡыҙға бигерәк килешә. …Мин яратам йөктө һөйрәшергә Ирем менән бергә, йәнәшә. Ер ҡаҙырға, утын әҙерләргә, Өй төҙөргә, бесән сабырға. Иңгә-иң терәшеп йәнәш булһаң, Донъя йөгөн еңел тартырға. Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам, Кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин. Ирем менән дәрәжәм бер икән- Хөрмәткә һәм наҙға хаҡлы мин! 18.02. 2013 Фото А. Королев.

