"Башҡортостан ҡыҙы" ның дуҫы, тәмлекәстәр бешереп, беҙҙең төркөмдө йәмләүсе яҙылыусыбыҙ... — 24 июля 2026 г. в 06:49:01.196
"Башҡортостан ҡыҙы" ның дуҫы, тәмлекәстәр бешереп, беҙҙең төркөмдө йәмләүсе яҙылыусыбыҙ Луиза Харисова-Исакова йәнә рецептары менән бүлешә. ❤️ Рәхим итегеҙ! 😍 Тәмле кекстар💥 1 йомортҡа 50 грамм шәкәр 50 грамм сгущенка 50 грамм ҡаймаҡ 20 процентлы ,йә ауыл ҡаймағы ҡалаҡ осонда сода (уксус менән һүндерелгән) 50 грамм он 1 сәй ҡалағы какао. Болғайбыҙ, өҫтөнә клубника, ер еләге, ҡайын еләге, һөйәгенән айырылған сейә, көртмәле, ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағат, ҡурай еләге - йәнегеҙ теләгән еләктәр һалығыҙ. Был юлы минең клубника, сейә булды. , Әскелтем генә тәмле тәм бирәләр. 140 градусҡа тиклем йылытылған духовкала, 35 минут эсендә бешереп алабыҙ ҙа,тәмле маффин-кекстар менән сәй эсеп рәхәтләнәбеҙ!!!

