Өр-яңы рецепт! — 23 июля 2026 г. в 12:20:04.028
Өр-яңы рецепт! * * * Ҡасандан инде гранат емешен ҡулланып бәлеш бешереп ҡарарға уйым бар ине, бына, ниһайәт, кисә шул уйымды тормошҡа ашырҙым, иҫ китмәле тәмле еҫтәр сығарып бешеп сыҡты бәлешем, был үҙенә күрә минең эксперимент, төрлөләндереп бешереп ҡарарға яратам , хәҙер инде сират гранат емешенә етте, заливкаһын да үҙгәрттем был юлы : - 100 г эремсек (творог) - 100 г кибет ҡаймағы, 20 % - 2 йомортҡа - 100 г йәки ярты стакан шәкәр ҡомо - ванилин Бөтәһен дә бергә болғарға. Ҡамыры минең ғәҙәттәгегә сдобный, яртышар һөт менән һыуға баҫылған, уны мин һәр ваҡыт яҙып барам. Ҡамырҙы табаға йәйеп һалғас, бер уртаса ҙурлыҡтағы гранат емешен таҙартып һалырға, өҫтөнә эремсек ҡушылған массаны һалып тигеҙләп сығырға, 200 °ҡыҙыулыҡта бәлештең ситтәре ҡыҙара төшкәнсе бешерергә. Заливкаһы ҡатып ҡына һыуынды, шыйыҡ булманы. Ныҡ тәмле бәлеш булды, бер ҡырҡымда ғына туҡтап ҡалып булмай!. 😋 #Гөлгннә_Байегетова#аш_һыу

