Бөгөн "Хазина Тур" фирмаһы @xazinatour — 22 июля 2026 г. в 08:55:51.566
Бөгөн "Хазина Тур" фирмаһы @xazinatour директоры Комил Сиражетдинов "Башҡортостан ҡыҙы" редакцияһына килеп, үҙ ҡулдары менән 10 меңлек сертификатты Альбина Кудрявцеваға тапшырҙы! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июль баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында отош булып үткәйне. Альбина Кудрявцева, июнь һаны героиняһы, отоштоң төп призын - "Хазина Тур"ҙың ун меңлек сертификатын отҡайны. Бына бөгөн, ниһайәт, приз хужаһына тапшырылды! - Альбина ханым, республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сыҡҡан берҙән-бер журналға яҙылыуығыҙ өсөн рәхмәт! Ә беҙ , "Хазина Тур" ойошмаһы @xazinatour , халыҡ ял итһен, сәйәхәткә йөрөһөн, әйләнә-тирәне танып белеп, үҫешһен өсөн 2007 йылдан бирле эшләйбеҙ, -тине Комил Сиражетдинов.- Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан яҡтарына турҙар ойошторабыҙ. Беҙҙең маҡсат: кешеләргә матурлыҡтарҙы күрһәтеү, сөнки һәр сәйәхәттән кеше яңырып бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта, проблемаларын онотоп, яңы уйҙар, яңы идеялар менән ҡайта, Беҙҙең менән бергә сәйәхәт итегеҙ, - тип өндәне Комил Сиражетдинов. "Хазина Тур"@xazinatour социаль, йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә яҡшы уҡыған балаларға стипендия ла түләйҙәр, сөнки балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, тиҙәр улар. Шундай изге эштәр менән яна "Хазина Тур".

