#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал — 30 июля 2026 г. в 16:01:22.771
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал * * * Бөйөрөгөҙҙә таш булһа, 10 килограмм мандаринды 3 көн эсендә тышы менән ҡуша ашағыҙ, ти ЗОЖ * * * Булғанда- бүреләй, булмағанда –сүреләй. Был әйтем һәр кемгә ҡағылалыр, айырыуса миңә. Булғанда муллап ҡулланам, булмағанда –бөтөнләй булмауы ла бар. Бигерәк тә аҡса өлкәһендә. Әле аҡылға ултырып барам мин, ни тиһәңдә йәшем дә бара, тормош тәжрибәһен хәтер тоҡсайына тултырып барам. Үләндәр яратам, муллап йыям тип бер яҙған инем инде. Аяҡ аҫтында үҫкәнде лә йыя белмәйем тип. Бер үҙ елкәмдә татыған тәжрибәмде яҙырға онотҡанмын. Бына ул һеҙҙең иғтибарға: майлы ғына мантыны муллаптырып ашағандан һуң мине көслө приступ тотто. Билдән түҙеп булмай. Әйтерһең дә тулғаҡ тота. Ни ултырып, ни ятып булмай. Ашығыс рәүештә больницаға алып киттеләр. Унда –рентген һәм хирург хөкөмө: -“һеҙҙең бөйөрөгөҙҙә таш һәм шуларҙың береһе бөйөрҙән сығырға ҡуҙғалып каналда тығылып ҡалған. Һеҙ йәш кеше, төшөргә тейеш, түҙегеҙ.” Таш ебетә торған дарыуҙар яҙҙы. Мине кире алып ҡайтып киттеләр. Ауыртыу- түҙгеһеҙ. Ҡоҫа ла башланым, дарыуҙарға минең организм кире реакция бирҙе. Ни эшләргә? Кире больницаға киттек. Юҡ, һалмайҙар, төшә ул ти ҙә ҡуялар. Мин ул ваҡытта “ЗОЖ” гәзитен иҫем китеп уҡый торғайным. Тотондом шуны соҡорға. Һәм миңә ҡулай рецепт килеп эләкте бит. Бына ҡайҙа кәрәкте “булғанда –бүреләй” тигән әйтем. Рецепт буйынса 10 килограмм мандаринды 3 көн эсендә тышы менән ҡуша ашарға. Ташығыҙҙың ебеп төшкәнен һиҙмәйҙә ҡалырһығыҙ тиелгәйне. Еңгәм оптовыйҙан бер коробка мандарин алып ҡайтып бирҙе. Эсендә 11 килограмм ине. Бер килограмы менән кеше һыйланым (бына мин ҡалай йомарт). Ҡалғандарын өс өлөшкә бүлдем, өс көнгә етерлек итеп. Алма һымаҡ тешләптереп ашап ебәрҙем береһен. Тик улай тамаҡтан үтмәне. Ахырыһы, бер ултырғанда биш мандарин йыуып алдым да тыштарын әрсенем. Иң тәүҙә тыштарын ашаным һәм артынан эсендәге йомшаҡ, татлы бүлкәттәрен ашаным. Үәт, шулай шыма ғына үтеп китте. Минең бәхетемә мандариндар татлы һәм йоҡа тышлы инеләр. Икенсе көнгә ауыртыу баҫылды. 10 килограмм мандариндан бүгермен инде, ҡабат ҡарағы ла килмәҫ тип уйлаған инем. Өсөнсө көн мандарин бөтөүгә тағын ашағы килде. Аҙаҡ киттем больницаға. УЗИ бер таш түгел, ҡом да тапманы. УЗИ үткәреүсе ханым мандарин ашаным тигәнгә мыҫҡыл итеп кенә көлдө. ПС. Мандарин ашар булһағыҙ аллергия юҡмы цитрусовыйға шуны уйлағыҙ һәм дә шәкәр ауырыуы. Хәҙер бит мандариндар сезоны, бүреләй ашап ҡалығыҙ. Фирүзә Хөсәинова-Абдрахимова

