Хәйерле көн барығыҙға ла 😍👋🌷 — 28 июля 2026 г. в 10:03:35.041
Хәйерле көн барығыҙға ла 😍👋🌷 Саҡ ҡына ваҡыт табып үҙемдең йыш ҡулланған ныҡ шәп бәлешемдең рецебы менән бүлешеп китәйем , күптәр һорап яҙалар , яңынан эҙләп таба алмайҙар, шуның өсөн ҡабатлап китәм , ике йыл элек яҙған инем , унан бирле күптәр яңынан дуҫлыҡта өҫтәлде 👌🌷 Эслеге уның туңдырылған алма һәм саҡ ҡына ҡарағат ҡушылған ине , ә ҡамырыыы.. Ну уңды бит , иҫ китмәле тәмле һәм мамыҡ кеүек кенә йомшаҡ булды , бәлештең өҫтөнә баҫһаң уйылып төшөп кенә тора .. Ҡамыры : Ярты стакан йылы кефир , ярты стакандан әҙерәк йылы һөт, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо , тулы булмаған бер сәй ҡалағы тоҙ , күпертелгән сүпрә (дрожжи) (1.5 сәй ҡалағы сүпрәне 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушып , 3 аш ҡалағы йылы һыу ҡушып купертеп алырға), он ҡушып ҡамыр баҫырға . Баҫып бөтөргәс ярты стакан көнбағыш майына ҡайнар һыу һалып йылытым алырға ( был яҡынса 4-5 аш ҡалағы ҡайнар һыу), шуны ҡамырға һалып яңынан баҫырға , ҡамыр бик шыйыҡ булып китә . Тәүҙә аптырап ҡалған инем , был ҡамырҙан нисек бәлеш бешерермен тип . Ярты сәғәттә ҡамыр ҡалҡып сығырға тейеш , ә мин уны ҡабарып сыҡҡандан һуң ҡулланмай ике көнгә һыуытҡысҡа ҡуйҙым да торҙом . Әле бөгөн килеп бәлеш бешерергә булдым , ҡамырым ҡабарған көйө матур ғына булып ята ине . Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп ҙурыраҡ өлөшөн йоҡаҡ итеп йәйҙем дә , ҡамырға иң аҫтына манная ярмаһы һибеп сыҡтым , туралған алмалар теҙҙем , шәкәр ҡомо , ҡаймаҡ - май киҫәктәр менән һалып сыҡтым , ҡарағат бөртөктәре һиптем , тағы ла аҙыраҡ шәкәр ҡомо , он һибеп икенсе ҡалған ҡамырҙы йәйеп бәлеште ҡапланым . Уңғанлығын әйтеп торғоһоҙ , уны бешереп ҡарап тәмләмәйенсә булмай 😍😋 #Гөлгөнә_Байегетова#аш_һыу #бәлеш#пирог #ҡамыр#рецепт

