Бөрйән бал ҡорто — башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының мөһим символы һәм айырылғыһыҙ өлөшө, ... — 28 июля 2026 г. в 07:24:17.020
Бөрйән бал ҡорто — башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының мөһим символы һәм айырылғыһыҙ өлөшө, милли ҡиммәтебеҙ. Башҡорт халҡы борондан солоҡсолоҡ шөғөлө менән дан тотҡан. Нисәмә быуаттар буйы, донъялар нисек кенә үҙгәрһә лә, ата-бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен беҙҙең быуынға еткерә алған. Башҡа халыҡтар һымаҡ уҡ, беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты юғалтмай һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Видеола - "Башҡортостан ҡыҙы" журналы һылыуҡайы Гөлнәзирә Һөйөшева. Бәләкәйҙән атаһы менән бал ҡарап үҫкән, әле лә боронғо кәсепте дауам итә улар. Афариндар! 💖💥 М. Ишбулатова видеоһы

