59. Донъяла ниҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһын. — 28 июля 2026 г. в 04:24:32.456
59. Донъяла ниҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһын. 60. Кеше байлығына көнләшмә. Һәр кемдең үҙ сабатаһы. 61. Олоно оло тип бел, кесене кесе тип бел. 62. Үсегеү ғәҙәтен ташла. 63. Өйҙә - арыҫлан, тышта ҡуян булма. 64. Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә. 65. Ғүмер мәңгелек түгел. Бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма. "Йәшлек" гәзитенән Р. Хөснуллина фотоһы

