Айгөл МИҢЛЕБАЕВА диуарынан — 6 августа 2026 г. в 17:28:05.546
Айгөл МИҢЛЕБАЕВА диуарынан Бешергән һәр бер ризығымды интернетҡа ҡуя торғас,рецепт һораусылар күбәйеп китте. Ваҡыт булғанда айырым ғына үҙҙәренә яҙа инем.Бигерәк күбәйеп киттегеҙ)))Шуның өсөн бөтәгеҙ өсөндә ошонда ғына яҙып ҡуяйым әле йәме!?Шуныһын сер итеп кенә әйтәм,бәлешме,ашмы,ҡоймаҡмы бешерергә уйлағанһығыҙ икән,һис шикһеҙ кәйефегеҙ күтәренке,тик яҡшы ғына уйҙар уйлап,бисмиллағыҙҙы тәү башлап әйтеп эш башларға тейешһегеҙ! Әйҙәгеҙ,бисмиллаһи рахман рахим,иң тәүҙә ондо ике ҡат иләйбеҙ,ҡабарып,һауа аралашһын өсөн,ҡуш услап нисә бәлеш шунса алып табаҡҡа һалабыҙ. Әйҙәгеҙ өс бәлеш бешерәбеҙ тип алайыҡ.Өс ус он,тағы ярты ус өҫтәгеҙ,бөтәһе лә ондоң ҡатымы йәки йомшаҡ сортлы икәненән тора.Он өҫтөнә бер ҡалаҡ ҡоро дрожжи һалабыҙ,ҡаплы шыйыҡ әсетке булһа шул бер ҡалаҡ өйөп тырнап алабыҙ,йылымыс һыуҙа иҙәбеҙ. Аҙаҡ он өҫтөнә : ярты стакан көнбағыш майы 1гр ванилин(яртыһын һалһағыҙ ҙа етә) ярты стакан шәкәр,1 ҡалаҡ тулыр тулмаҫ тоҙҙо әсетке иҙгән 0,75л һыуҙа болғата болғата иретеп,он өҫтөнә яйлап ҡына һала һала йомшааааҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.ярты,бер сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ.Әлеге лә баяғы ондоң сортына ҡарай,клейковинаһы нисек була,бик ҙур роль уйнай.Шулай уҡ һыуҙы ла төрлө сорт төрлөсә ҡабул итә.Шуның өсөн һыуҙы онға яйлап кәрәгенсә генә һалып баҫығыҙ.Онотоп торам,һыу урынына һөт тә мөмкин,тағы ла 100гр маргарин һалһағыҙ ҙа була. Ҡамыр ҡабарғас бәлештәрҙе эшләп тағы ла ярты сәғәткә ҡабарырға ултыртып торабыҙ. Бер йомортҡаны һытып,өҫтөнә ике ҡалаҡ һыу,бер ҡалаҡ шәкәр өҫтәп ныҡ ҡына туҡыйбыҙ,мейескә тығыр алдынан шул шыйыҡсаны ипле генә кисточка менән һөртөп бешерергә ҡуябыҙ.15 -20минутта бәлеш әҙер була.Батон,булкаларға ла ошо ҡамыр бара.Бешереп ҡарағыҙ,үкенмәҫһегеҙ)))

