Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, шағирә, журналист, "Ауаз" фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағ... — 6 августа 2026 г. в 17:27:09.915
Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, шағирә, журналист, "Ауаз" фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы, ғөмүмән, тормошҡа оптимистик ҡараған әүҙем яҙылыусыбыҙ Миләүшә Ҡыҙрасова йәйге ялдарында ла шәп эштәр менән шөғөлләнә. Әйҙәгеҙ, әхирәттәр, беҙ ҙә уға ҡушылайыҡ! Миләүшә Ҡыҙрасова: - Кабачкиҙар баррикада ҡороп, минең менән "һуғышҡа" әҙерләнә.😁🥒🥒🥕🥕🥄🔪 Алғааа! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!😉✊🏻✊🏻✊🏻- тип тотоноп киткәйнек, тылда Гөлмәрфүғә торғас, һәм сәғәттә, 12 банка ризыҡ әҙерләп, баштүбән өйөп тә ҡуйҙыҡ. Ҡыуанып ашарға яҙһын, ИншәәАллаһ🙏 Рецебы: "Ҡартайғандарын" ҡулланмайым. Ташҡабаҡ булһын тей, ярай (ҡолағымды яра шул һүҙ) - 8 штук, 10 кишер, 4-5 һуғанды турап ит үткәргестән үткәрәм. Һуған һәм кишерҙе айырым һауытҡа үткәрәм, кабачкилар икенсе һауытҡа. Бер ст. майҙы ҡаҙанда эҫетеп, уға туралған һуған һәм кишерҙе һалабыҙ, әйләнгән һайын болғатып торабыҙ. 5 минуттан һуң томат пастаһы (1 ст) өҫтәйбеҙ, тағы 5-7 минут ҡайнағас, кабачкиларҙы өҫтәйбеҙ. 40 минут тирәһе, болғата-болғата талғын ғына ҡайнатабыҙ Был ваҡыт эсендә банкаларҙы әҙерләйбеҙ: сода менән йыуып, стерилләргә ултыртабыҙ. Мин пар өҫтөндә эшләйем, 7 минут тотам. 40 минут ҡайнаған икраға 8 аш ҡалағы шәкәр һәм 2 аш ҡалағы өймәләм тоҙ өҫтәйбеҙ. Бер баш һарымһаҡты иҙеп, ярты балғалаҡ ҡара борос менән бергә икраға өҫтәйем. Тағы бер-ике минут ҡайнағас 4 ҡалаҡ 9%-лы уксус һалабыҙ. Тағы 5 минуттан, стерилләнгән банкаларға тултырып, уларҙы баштүбән әйләндереп, йылы таҫтамал менән урап, һыуытабыҙ. Ғәләмәәәт тәмле! Ҡышын бигерәк тә!

