#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр — 4 августа 2026 г. в 04:09:38.687
#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр #Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр 🍒🍒🍒 Хәйерле иртә, инәйҙәр, апайҙар, һылыуҙар! Бөгөнгө көн - иң уңышлы көндәрегеҙҙең береһе икәнен онотмағыҙ, йәме! Матур кәйеф! Дәрт! Илһам теләйем! 🌹🌹🌹Иртәнге сәйегеҙгә тәмле генә ҡоймаҡ!!! Рецебы менән бүлешке килә, әллә ни ҡыйын да түгел. Ныуууу, тәмле! 1 литр йылымыс һөткә (һыу кушһаң да була) 1 ҡалаҡ тултырмай ҡоро сүпрә, 3 йомортҡа, 8 ҡалаҡ манный ярмаһы,1 балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнб.майы, самалап он ҡушып туғырға, аҙаҡ йылы урынға ултыртып тораһың. Ҡамыр матур ғына булып ҡабарып сыҡҡас, табаны майлап бешерергә генә ҡалды. Минең егеттәрем ошо рецепт менән бешергән ҡоймаҡты ғәләмәт ярата, йомшаҡ ҡына, тиҙәр. Тик кисә хәбәр һатып тороп ондо мулыраҡ һалып ташлағайным, ҡамырым ҡуйы булды. Аптырап торманым, бәләкәй генә итеп бешерҙем дә ҡуйҙым ҡоймаҡтарҙы, улдарыма хатта нығыраҡ оҡшаны.Теләйһегеҙ икән, ҙур итеп бешерегеҙ. Үҙем йышыраҡ былай ҙур итеп бешерәм. Ҡамырына көнб. майы һалһам да, барыбер табаны ла әйләнгән һайын майлайым. Нисә ыштук(!) килеп сығасағын әйтә алмайым, сөнки бешергән береһе шунда уҡ юҡ була. Өҫтәлдәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!!! #ГөлназИшемғолова

