Мәғәнәһе: Аллаһым! Ғәмәлдәремдәге хаталарымды, белмәүҙәремде үә исраф итеүҙәремде ғәфү ... — 28 августа 2026 г. в 02:52:13.845
Мәғәнәһе: Аллаһым! Ғәмәлдәремдәге хаталарымды, белмәүҙәремде үә исраф итеүҙәремде ғәфү ит, Һин минең гонаһтарымды миңә ҡарағанда белеүсерәк зат. “Нәмл” сүрәһенең 19-сы аяты Рабби әүзиғнии ән әшкүра ниғмәтикәлләтии әнғәмтә ғәләййә үә ғәләә үәәлидәййә үә ән әғмәлә саалихан тәрдааһ, үә әдхылнии бирахмәтикә фии ғибәәдикәс-саалихиин. Мәғәнәһе: Йә, Раббым, үҙемә һәм ата-әсәмә биргән ниғмәттәреңә шөкөр итергә һәм Һинең ризалығыңды алырҙай изгелектәр ҡылырға миңә форсат бир. Рәхмәтең менән миңә лә (йәннәттә) башҡа тоғро ҡолдарың менән бер рәттән урын бир. “Ҡасас” сүрәһенең 21–се аяты Рабби нәжжинии минәл-ҡаумиҙ-ҙаалимиин. Мәғәнәһе: Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар. Бала уҡырға киткәндә уҡыла торған доға Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла!

