Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә ә... — 28 августа 2026 г. в 02:52:13.487
Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит. Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд. Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ. Күҙ тейеүҙән ҡурсалау өсөн тағы ла бер доға Бисмил-ләһ. Аллаһүмүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығынан, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр. Маҡтауҙарға ҡаршы уҡыла торған доға Аллаһүмүммә лә түәхиҙни бимә йәҡулүнә үәғ-фир ли мә лә йәғләмүнә үәжғәлни хайран миммә йәҙуннун. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Уларҙың әйткән һүҙҙәре өсөн мине язаға тартма. Уларға билдәле булмаған ғәйептәрем һәм етешһеҙлектәремде ярлыҡа, улар уйлағандан яҡшыраҡ булырға ярҙам ит. Ауырып киткәндә уҡыла торған доға Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә. Мәғәнәһе: Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәр әрнеүҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам. (Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡандар.) Дәрес әҙерләгәндә һәм имтиханға ингәндә уҡыла Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үә әлхиҡни бис-салихин. Раббиш-рах ли садри үә йәссир ли әмри үәх-лүл ғүҡдәтәм-мил-лисәни йәфҡаһү ҡаули йә хәфиҙу йә раҡибү йә нәсирү йә Аллаһ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ғилемемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап ҡына торорға ярҙам ит. Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға Аллаһүммә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә үрсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә шәрри мә үрсиләт биһ. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуын үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан һинең яҡлауыңды теләйем. Күкте болот ҡаплап алғанда уҡыла торған доға Аллаһүммә иннә нәғүҙү бикә мин шәрри мә үрсилә биһ. Аллаһүммә сибән нәфиғән. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Беҙ һинән болоттар менән ебәрелгән әфәттәрҙән һаҡлауыңды теләйбеҙ. Улар менән килгән ямғырҙар игелеккә булһын. Ғәрәфә көнөндә уҡыла торған доға Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Ләһүл-мүлкү үә лә ләһүл хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйъин ҡадир. Мәғәнәһе: Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһынан башҡа Илаһ юҡ. Бөтә хаҡиҡи хәкимиәт Уның Үҙенеке генә, бөтә маҡтауҙар уның тик үҙенә. Ул – бөтә нәмәгә көсө етә торған ҡеүәт-ҡәҙрәт эйәһе. Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр. Мәғәнәһе: Әй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып мин һинең үҙеңә генә һыйынам, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләренән, донъя алдауҙарынан үҙеңә һыйынам, Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым. Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.

