Һаран (ҡарун), башҡалар өлөшөнә кереүсе, бур, һатҡанда мутлашыусыларҙы Аллаһу иң ҡәҙерл... — 27 августа 2026 г. в 19:21:58.765
Һаран (ҡарун), башҡалар өлөшөнә кереүсе, бур, һатҡанда мутлашыусыларҙы Аллаһу иң ҡәҙерле нәмәһе - балаһы арҡылы һынай. Аллаһ ҡоло дөрөҫ юлда булмаһа, уны ваҡ ауырлыҡтар менән бер һынай, ике һынай (бер-нисә булыуы мөмкин), бер ҙә эш сыҡмаһа - ҡаты яза биреп ҡуя. Унан һуң беҙгә: “Ни өсөн?”, тип түҙемһеҙлек менән Аллаһтың барлығына шик һалыу урынына, ихласлыҡ менән гонаһтарыңды ғәфү итеүен һорап ялбарырға һәм төҙәлергә кәрәк. Аллаһ юлында йөрөһә, намаҙ уҡыһа, кешенең холҡо дөрөҫ яҡҡа үҙгәрә, ул яҡшыны ямандан айыра белә, ни өсөн ҡайғырырға, йә ҡайғырмаҫҡа икәнен белә. Юғалтһа, урлаһалар, малы үлһә һ.б ул хәтлем илап ,,ер тырнамай” , ,,Хәйерҙән булһын, киләһе ҡаза шуның менән бөтһөн”, тип тыныслана. Сабыр итһәң, Аллаһы тәғәлә көтмәгәндә, икенсе яҡлап ярҙамын бирә. ,,Мал табылыр ул, баш табылмаҫ", "Башҡа бирер ҡазаны малға бирер" - ти ине әсәйем. Һуғыштан һуң, 47-48 йылдар яман ҡоролоҡ булып, һуғыш ваҡытында былай ҙа бөлөп бөткән әсәйҙәргә бик ауырға тура килде. Беҙҙең һыйыр ятып үлде, картуф үҫмәне. Әсәйем ныҡ сабыр кеше булһа ла, нисек кенә 5 баламды астан үлтермәҫкә тип өҙгәләнгәндер инде. Шулай ҙа ҡаты илағанын күрмәнем. Көнө-төнө эшләргә мәжбүр булды әсәйебеҙ. Аллаһы тәғәлә ярҙамы менән иҫән ҡалдыҡ. Шул ваҡыттар менән хәҙерге тормошто сағыштырырлыҡ та түгел. Уйланайыҡ. Яңыраҡ миңә ,,бер ауылдан фәлән туғанымдың төндә һарайы янған (малдары юҡ, тауыҡтары ғына булған), бик ҡайғыралар, илайҙар, бөтәһен дә төҙөп бөттөк, хәҙер ял итәбеҙ , тип уйлаған инек тиҙәр”, тип хәбәр һөйләнеләр. Мин әйтәм, хәҙер үк уларға шылтырат, өйгә лә ут ҡабып, үҙҙәре һәләк булмағанына шөкөр әйтһендәр, тип. Ысынын да, ул хәлдән дә яманыраҡ булыуы мөмкин, тип сағыштырып, тынысланырға кәрәк. Унан тағын, беҙҙең халыҡ төҙөй башлағанда ла Аллаһыға таянып, эш бөткәс тә Аллаһ ярҙам итте тип, хәйер биреп, Ҡорьән уҡып (уҡытып), шөкөр әйтеү урынына, шешә алып йыуып ҡуярға ярата. Төҙөү барышында ла шул хәл, эскәс, шайтан ҡотҡоһо менән, һүгенеү ҙә ҡушыла. Иблис - шайтан үҙ маҡсатына ирешә. Улай була ҡалһа, был һарайға харам ҡушылғаны булыуы мөмкин, шул сәбәптән йәшен атып, Аллаһы тәғәлә хужаларға тура юлға төшөү кәрәген иҫкәртә. Ҙур эш башлар алдынан, йә оло юлға сыҡҡанда мәсеткә хәйер биреп, доға ҡылып башлап ебәргән эш отошло була,бәлә-ҡазалар ҙа урап үтә. ,,Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ, бәлки уңышҡа өлгәшерһегеҙ”. Тәүбә ул бик кәрәкле ҙур ғәмәл. Мин үҙебеҙҙең ҡалала күп кенә кешенең эскелегенән дин юлында йөрөгән ҡатындары зарланғандарын ишеттем, һәм бына шул уҡ ирҙәрҙең эсеүҙе ташлап, тәүбә итеп яйлап ҡына дингә ынтылыуҙарын күрҙем. Ҡатындары менән бергә мәсеткә йөрөп уҡынылар, хәҙер хатта мулла булып йөрөгәндәре, хажға барғандары бар. Ә береһе оҙаҡ йылдар мәсеттә имам булып хеҙмәт итте. Шуға күрә исламда ирҙе эсәһең тип тә йәберләргә ярамай, уның бер ваҡыт һинән- минән динлерәк булып китеүе мөмкин. Ҡатындар ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, ҡысҡырып, әрләшеп йөрөгәнсе, дини китаптарҙы күберәк уҡып, намаҙға баҫһа, ваҡыты булһа- мәсеткә йөрөһә, иренең насар ғәҙәттәрен ташлауын Аллаһтан һораһа, тыныслана, ир ҙә үҙгәрә ул. Исламда ире динле булып ҡатынын өйрәтергә тейеш тә бит, беҙҙә киреһе булып сыға. Шулай ҙа эффект бирә. Йәшәүҙең сыйфаты яҡшыра. Йәшәйешебеҙ, яҙмышыбыҙ беҙҙең ҡулда икәнен онотмаһаҡ, беҙгә бирелгән әҙ генә ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине. Зәйтүнә Көҫәпова Люциә Дистанова фотоһы

