Үрҙәк бәлеше — 6 сентября 2026 г. в 14:39:24.637
Үрҙәк бәлеше Был бәлештең ҡамыры өсөн 1 стакан йылы һыу, 11 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 ҡ. майонез самалап тоҙ, он кәрәк. Ҡамыр ҡаты булмаҫҡа тейеш. Бәлештең эслеге өсөн үрҙәктең башы, аяғы, муйыны, ҡанаты, бүтәкәсе, һыуған, бәрәңге, борос, әнис, тоҙ кәрәк. Барыһын бергә бутайбыҙ һәм ҡамырҙы табаға йәйеп, өҫтөнә эслекте һалабыҙ һәм ҡамыр менән ҡаплап, духовкаға бешерергә ҡуябыҙ. Һурпа һалыр өсөн бәлештең өҫтөндә тишек ҡалдырырға һәм уны ҡамырҙан “бөке” яһап томаларға кәрәк. Бер сәғат бешкәндән һуң, һурпа һалабыҙ һәм тағын бер сәғәт бешерәбеҙ. Тәмле булһын! "Ҡыҙлы йорт" төркөмөнән

