#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр — 6 сентября 2026 г. в 13:04:21.558
#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр #Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр Кеше һәр ваҡыт оло хыялдар менән йәшәргә тырыша. Бәләкәй генә ҡыуаныстарҙы күҙгә лә элмәй, иғтибар ҙа итмәй. Ә тормоштоң мәғәнәһе тап шул матур мәлдәрҙә бит♥ Әхирәттәр, ял көнөндә яҡындарығыҙҙы төрлө-төрлө тәмлекәстәр менән һыйлайһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ әле, табынығыҙҙың түрендә көмрө балыҡ (горбуша) та урын алһын. Тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы балыҡ бит ул. Шулай итеп, эре генә балыҡты йыуып, айғолағын алып ташлағандан һуң, ҙур ғына киҫәктәргә бүләбеҙ, тоҙ-борос һибәбеҙ. Майлы табаға балыҡты теҙеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә ҡаймаҡ йә майонез һылайбыҙ. Ул арала икенсе табала ваҡ итеп туралған бәшмәк менән һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ, саҡ ҡына тоҙ һипһәгеҙ ҙә була. Ошо ҡатнашманы балыҡ өҫтөнә матур ғына итеп ҡатлап һалғандан һуң, мул итеп ҡырылған сыр һибәбеҙ. Сырҙың өҫтөнә йәнә майонез һыланым. Уныһы ла матур булып күренһен өсөн былай эшләнем: шыптырға майонезды һалдым да бер осон ҡайсы менән ипләп кенә ҡырҡтым. Аҙаҡ шул тишектән майонезды һығып ҡына сығарҙым да ҡуйҙым. Майонез ярамаһа, ҡаймаҡ ҡулланығыҙ. Ә! Онотоп торам, мейескә ҡуйыр алдынан, табаға саҡ ҡына һыу ҡойҙом. Аҙмы-күпме, ярты сәғәт тирәһеләй тоттом үтә ҡыҙыу булмаған мейестә (Элек иҫке духовкамда 40 минут тирәһеләй бешә ине) Иҫ киткес тәмле, һутлы, матур килеп сыҡты! Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, әхирәттәр! (Гөлназ Ишемғолова)

