"Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам"
"Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам" Артур Нәжметдинов Тирәкле мәктәбендә белем ала. Ул быйыл башлап һайлауҙа ҡатнаша. - Бөгөн тәүге тапҡыр тауыш бирҙем. Тулҡынландым, әлбиттә. Сөнки был бик яуаплы ваҡиға.Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам. Ил киләсәге хәл ителгән мөһим саранан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип һанайым, - ти ул. Мәғлүмәт https://clck.ru/3Vu7Dg #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026