Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!😍🥰
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!😍🥰 Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙ киләсәк быуынға белем бирәһегеҙ, тырыш, ҡыйыу, кешелекле, кеселекле, ҙур йөрәкле булырға өйрәтәһегеҙ. Тырыш хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ, уҡыусыларығыҙға булған сикһеҙ мөхәббәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм ижади уңыштар теләп, матур йыр бүләк итәбеҙ. УҠЫТЫУСЫМА. Мостай Кәрим һүҙҙәре, Айрат Ҡобағошев көйө. 1.Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа Тәү аяҡ баҫҡан көнөм. Тәү башлап мәктәп ишеген Үрелеп асҡан көнөм. Ҡушымта; Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, Ҡараның күҙҙәремә. Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың Бәләкәс йөрәгемә. 2.Һин һөйләнең бәхетемдең Аҡлығы тураһында. Тыуған илдәге халыҡтың Шатлығы тураһында. 3.Һин етәкләп мендең мине Тауҙарҙың бейегенә. Алып киттең далаларға, Диңгеҙҙәр киңлегенә. 4.Һин яратырға өйрәттең Һәр бер биҙәген ерҙең. Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең Серҙәрен асып бирҙең.