Раббыбыҙ төндө ял итеү өсөн, ә көндө эшләү, ризыҡ табыу өсөн биргән. Бөгөн дә күрәбеҙ: ... — 2 октября 2026 г. в 18:44:13.281
Раббыбыҙ төндө ял итеү өсөн, ә көндө эшләү, ризыҡ табыу өсөн биргән. Бөгөн дә күрәбеҙ: әгәр ошо тәртипте даими боҙһаҡ, һаулығыбыҙға зыян килергә, үҙебеҙҙе насар тоя башларға мөмкинбеҙ. Ҡайһы саҡта ғына көн менән төндө алмаштырыу ҙур зыян килтермәҫкә мөмкин, әммә даими рәүештә төндә ял итмәй, йоҡламай йөрөһәк, уның һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. Һыу ниғмәтен генә алайыҡ, ҡәрҙәштәрем. Тормошобоҙҙоң күп өлөшө уға бәйле бит. Раббыбыҙ ямғыр яуҙырмаһа, нимә булыр ине? Үлән үҫмәҫ. Үлән булмаһа, хайуандарға аҙыҡ булмаҫ. Хайуандар булмаһа, беҙгә ит тә, май ҙа, һөт тә етмәҫ. Иген үҫмәһә, икмәк тә булмаҫ. Тимәк, тормошобоҙ хатта бер генә һыу ниғмәтенә лә ни тиклем ныҡ бәйле! 📚 **«Беҙ ерҙе йәйҙек һәм унда ныҡлы тауҙар урынлаштырҙыҡ. Унда һәр төрлө күркәм үҫемлектәр үҫтерҙек. Быларҙың барыһын да Аллаһҡа ҡайтыусы һәр бәндә өсөн ғибрәт һәм иҫкә төшөрөү итеп булдырҙыҡ. Беҙ күктән бәрәкәтле һыу төшөрҙөк һәм уның менән баҡсалар, урып йыйыла торған игендәр, емештәре ҡат-ҡат теҙелгән бейек хөрмә ағастары үҫтерҙек — бәндәләргә ризыҡ булһын өсөн. Һәм шул һыу менән үле ерҙе терелттек».** «Ҡаф» сүрәһе, 7–11-се аяттар. Мин-минлекте ситкә ҡуйып, тәкәбберлекте онотоп, ошо ғаләмдәрҙең Хужаһын танып, Уға иман килтереп, Ул ҡушҡан әмерҙәргә буйһоноп, Ул тыйған фәхеш һәм боҙоҡ ғәмәлдәрҙән йыраҡ булып йәшәргә Раббыбыҙ насип итһен. Әмин! 🤲 ✏ Раил Фәйзрахманов