РАББЫБЫҘҘЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ... — 2 октября 2026 г. в 18:44:13.080
РАББЫБЫҘҘЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ... Әҙәм балаларын борон-борондан бер һорау борсоған: был ер һәм күктәр ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Уларҙы бар итеүсе бармы, әллә улар үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килгәнме? Ябай ғына өҫтәл менән ултырғыстың да, шулай уҡ машина, самолет, кеҫә телефонының да үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәгәнен аңлаған кешеләр, ни өсөндөр, ғәйәт теүәл тәртип менән йәшәгән ғаләмдең үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килеүенә ышана һәм хатта быны иҫбатларға тырыша. Ҡөрьәнгә күҙ һалһаҡ, бик күп аяттарҙа Раббыбыҙ беҙгә тирә-яғыбыҙға ҡарап ғибрәт алырға, уйланырға ҡуша. Ошо күктәр, ерҙәр, йылғалар һәм урмандар нисек итеп Барлыҡҡа килтереүсеһеҙ генә барлыҡҡа килә алһын? Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә беҙҙе ошо хаҡта уйланырға, тирә-яҡҡа ҡарап ғибрәт алырға саҡыра: 📚 «Ер йөҙөндә йөрөгөҙ һәм Аллаһтың барлыҡҡа килтереүҙе нисек башлағанын ҡарағыҙ. Һуңынан Аллаһ икенсе тапҡыр барлыҡҡа килтерер. Ысынлап та, Аллаһтың һәр нәмәгә көсө етә». «Ғәнкәбүт» сүрәһе, 20-се аят. Эйе, Ҡөрьән беҙҙе сәйәхәт итергә, төрлө ерҙәргә барырға һәм ундағы матурлыҡты күреп ғибрәт алырға саҡыра. Ысынлап та, диңгеҙ буйына ғына барып ҡарағыҙ! Уның киңлеген, һыу аҫтындағы ғәжәйеп донъяны, йөҙәрләгән төрлө балыҡтарҙы, мәрйендәрҙе һәм башҡа бихисап йән эйәләрен күреп хайран ҡалаһың. Уларҙың һәр береһенең — үҙ урыны, үҙ маҡсаты, үҙ донъяһы. Нисек итеп меңәрләгән төрлө мәхлүк бер ниндәй Барлыҡҡа килтереүсеһеҙ һәм күҙәтеүсеһеҙ үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килә алһын?! 📚 «Күктәрҙең һәм ерҙең яратылыуы, телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы — Уның аяттарынан. Ысынлап та, бында белем эйәләре өсөн дәлилдәр бар». «Рум» сүрәһе, 22-се аят. Ер аҫтында ниндәй генә файҙалы ҡаҙылмалар юҡ! Ер өҫтөндә, тупраҡтан меңәрләгән төрлө үҫемлек шытып сыға. Миллионлаған йондоҙ күк йөҙөн биҙәй. Ошо гүзәллектәге тәртип һәм камиллыҡ — уйлана белгән кешеләр өсөн ғаләмдәрҙең Хужаһы барлығына ҙур дәлил. Ә кешеләр етештергән әйберҙәрҙең ҡайһыһын ғына миҫалға алма, һәр береһенең етешһеҙлеген табырға мөмкин. Ҡиммәтле телефон да ҡайһы саҡта туҡтап ҡала — бер нәмә лә эшләтеп булмай. Автосалондан яңы ғына алынған өр-яңы машина ла етешһеҙлекле булырға мөмкин. Яңы көнкүреш техникаһы уйлап сығаралар, ә бер аҙ ваҡыт үткәс, уның зыянлы матдәләр бүлеп сығарыуы асыҡлана. Әҙәм балаһы нимә генә уйлап тапмаһын, ул барыбер тулыһынса камил була алмай. Ә Аллаһ бар иткән нәмәләргә ҡараһаң, уларҙағы тәртип һәм камиллыҡҡа хайран ҡалаһың. Был хаҡта Раббыбыҙ былай ти: 📚 «Ул ете күкте ҡат-ҡат итеп яратты. Әр-Рахмәндең яратҡанында һин бер ниндәй ярашһыҙлыҡ күрмәҫһең. Тағы бер тапҡыр ҡара: берәй етешһеҙлек күрә алаһыңмы? Һуңынан тағы ла ҡат-ҡат ҡара. Күҙ ҡарашың, кәмселек таба алмайынса, арыған хәлдә кире ҡайтыр». «Мүлек» сүрәһе, 3–4-се аяттар. «Телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы — Аллаһтың аяттарынан», — ти Раббыбыҙ. Кешеләр донъяның ниндәй генә телдәрендә һөйләшмәй! Донъяла ҡулланылған 7 меңдән ашыу тел бар. «Ethnologue» мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда 7164 тел теркәлгән. Әммә уларҙың бик аҙ өлөшө генә киң таралған һәм донъя халҡының ҙур өлөшө тарафынан ҡулланыла. Кешеләр аралашыу өсөн шул тиклем күп төрлө телде нисек үҙенән-үҙе барлыҡҡа килтерә алһын, әгәр Раббыбыҙ уларҙы бар итмәһә? Кешеләрҙең тән төҫтәре лә төрлө. Был генетикаға һәм меланин пигментына бәйле. Тән төҫөнөң аныҡ ҡына һаны юҡ: бик асыҡтан алып бик ҡарағаса йөҙәрләгән төрлө төҫмөр бар — көрән, зәйтүн төҫөндәге, алһыу, алтынһыу һәм башҡалар. Нисек итеп быларҙың барыһы ла үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килә алһын?! Был донъяла һәр нәмә иҫ киткес теүәллек менән бар ителгән һәм һәр береһе үҙ урынында үҙенә тәғәйенләнгән вазифаны үтәй. Хатта көн менән төндөң алмашыныуында ла бөйөк хикмәт бар: 📚 «Төндә йоҡлауығыҙ һәм көндөҙ Уның рәхмәтенән ризыҡ эҙләүегеҙ ҙә — Уның аяттарынан. Ысынлап та, бында ишеткән кешеләр өсөн дәлилдәр бар». «Рум» сүрәһе, 23-сө аят.