Шәмбе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Фарман ханым" постановк... — 3 октября 2026 г. в 08:51:12.662
Шәмбе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Фарман ханым" постановкаһын барып ҡараныҡ. Ваҡиғалар Фарман ханымдың ҙур өйөнә етенсе киленде төшөрөүҙән башлана. Ниндәй булыр йәш килендең яңы өйҙәге тормошо, ҡәйнәһе нисек ҡаршы алыр? Ике сәғәт буйы барған тамашала ҡаты ҡуллы Фарман ханымдың йортондағы тәртиптәр йә көлкөлө, йә уйландырғыс эпизодтар аша күрһәтелә. Дәртле бейеүҙәр, күңелле йырҙар, яратҡан актерҙарыбыҙҙың оҫта уйнауын ҡарағығыҙ килһә, театрға рәхим итегеҙ!