Итле - картуфлы бәлеш (пирог)
Итле - картуфлы бәлеш (пирог) Ҡамыр өсөн : - 250 грамм майонез - 250 грамм ҡала ҡаймағы - 2 йомортҡа - 300-350 грамм он - 0,5 сәй ҡалағы һүндерелгән сода - тоҙ Эслеккә:: - 300 грамм фарш - 400 грамм эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф - һуған - тоҙ борос Әҙерләү: Майонез, ҡаймаҡ, йомортҡа, тоҙҙо ҡушып бутайбыҙ. Сода, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер аҙ ял иттергәс йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ, эслеген һалабыҙ һәм 180 градуслы мейестә 40-50 минут самаһында бешереп алабыҙ. Хатта бик тәмле була!