Донъялағы насарлыҡтан һаҡланам тиһәң...
Донъялағы насарлыҡтан һаҡланам тиһәң... ✔Көн һайын "Аятел-Көрси" аятын уҡыусы иртәнән кискә һәм кистән иртәнгә ҡәҙәр шайтандарҙың зарарынан имен булыр; ✔"Аятел-Көрси"ҙе уҡыу Ҡөрьәндең 1/4 өлөшөн уҡыуға тиң. ✔"Аятел-Көрси"ҙе һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыусы киләһе фарыз намаҙға тиклем һаҡланған хәлдә булыр. ✔"Аятел-Көрси"ҙе йортҡа ингәндә уҡыһаң, шайтан унан ҡасыр. ✔"Аятел-Көрси"ҙе уҡыусы ла, уның балалары ла, йорто, байлығы ла, милке лә, хатта күршеләренең йорттары ла имен хәлдә булыр. ✔ "Аятел-Көрси"ҙе уҡыу күҙ тейеүҙән, сихырҙан, яман уйлы кешеләрҙән дә һаҡланырға ярҙам итә. ✔"Аятел-Көрси"ҙе даими рәүештә һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыусы кешене йәннәттән бары тик үлем генә айырып тора. ✔"Аятел-Көрси"ҙе сирләгән кешегә уҡыһаң, сихәт табыр. ✔"Аятел-Көрси"ҙе "Әл-Бәҡара" сүрәһенең һуңғы аяты менән уҡыған осраҡта доғалар яуапһыҙ ҡалмаҫ. ✔Берәү йоҡлар алдынан "Аятел-Көрси" уҡыһа, ул иртәнгә тиклем имен булыр. Уның именлеге өсөн ике фәрештә билдәләп ҡуйылыр.