конференцияһы үтәсәк, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил студенттары араһында иң яҡшы ғилми докл...
конференцияһы үтәсәк, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил студенттары араһында иң яҡшы ғилми докладтар билдәләнәсәк. Осрашыу барышында журналистар конференция программаһы буйынса ғына түгел, ә хәҙерге замандың иң актуаль мәсьәләләре буйынса ла һорауҙар бирҙе. Уларҙың береһе: "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына нисек ярҙам итергә?" Т. Тажетдин имамдарҙың һәм православие батюшкаларының МХО зонаһында хеҙмәт итеүе, Ватанды һаҡлаусыларыбыҙҙы ниндәй уйҙар борсоуы тураһында һөйләне: “Унда бит эргәлә атай йәки ағай юҡ, ә командир йөҙҙәрсә кешегә бер үҙе һәм тап руханиҙар ауыр минутта ярҙам итә. Яугирҙарҙың һорауҙары ла фәлсәфәүи түгел, ә тормошсан. Һуғыш, һис шикһеҙ, күңелдәрҙе ҡатыра, әммә ул үтәсәк, иншаллаһ, шуға күрә иң мөһиме – кешелеклелекте юғалтмау, сөнки һуңынан тыныс тормошҡа яраҡлашырға, ғаилә, балалар тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк буласаҡ”