Башҡортостан
Башҡортостан Башҡортостан ғәзиз ерем, Һиндә ҡалған тәпәй эҙем, Ерең матур, һоҡландырғыс, Сағылдыра минең күҙем. Сылт(ы)рап аҡҡан шишмәләрең, Һыуҡайҙарың бигерәк тәмле. Еләк йыям болоноңда, Ҡырҙарың да бигерәк йәмле. Бейек ғорур тауҙарың бар, Күтәрелдем баштарына. Хайран ҡалып ҡарап торҙом, Һоҡланып мин әкрен генә. Ҡоштарың да һағыналар, Осоп ҡайта яҙ көндәре. Һайрай-һайрай өләшәләр, Ергә һөйөү тулҡындарын. Рушана Ғилманова