ҒАИЛӘ — УЛ БЕРҘӘМ ХЕҘМӘТ ЕМЕШЕ
ҒАИЛӘ — УЛ БЕРҘӘМ ХЕҘМӘТ ЕМЕШЕ Бер-береһен өҙөлөп яратҡан, бәхеттә һәм татыулыҡта йәшәгән парҙарҙы күрһәң, был — уңыш, тимә. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә "уңыш" тигән төшөнсә юҡ! Ир менән ҡатын бер-береһенә ниндәй ташламалар яһап йәшәп килә, һин хатта күҙ алдына ла килтермәйһең. Бер-береһенең күпме етешһеҙлектәренә күҙ йомалар улар һәм бер-береһен өгөтләй-өгөтләй, артабан да бергә йәшәргә, тип күпме тапҡыр үҙ-үҙҙәрен күндерәләр — һин уныһын белмәйһең. Бер-береһенең күпме хаталарын ғәфү иткәндәр, бергә булыр өсөн күпме ҡыйынлыҡтарҙы иңгә-иң ҡуйып еңеп сыҡҡандар, бер-береһен аңлар өсөн күпме ваҡыт сарыф иткәндәр — һин күҙ алдына ла килтермәйһең. Юҡ, мөхәббәт — ул уңыш түгел. 💞 Мөхәббәт — ул үҙ-ара күңел йылың менән бүлешеү. 💞 Мөхәббәт — ул артығын таптырмай бер-береңдән ҡәнәғәт булыу, парыңды аңларға тырышыу. 💞 Мөхәббәт — ул миһырбанлыҡ, ихтирам һәм бер-береңә күркәм сабырлыҡ күрһәтеү. Бындай сифаттарың юҡ икән, мотлаҡ үҙеңдә булдырырға тырыш: үҙеңә лә бәхетле булырға һәм икенсе яртыңды ла бәхетле итер өсөн. Фотола Лилиә һәм Илнур Мәхмүтовтарҙың татыу ғаиләһе "Һаулығым - байлығым" төркөмөнән