Ташҡабаҡтан тәмле салат
Ташҡабаҡтан тәмле салат Спагетти һымаҡ итеп үткәргән йәки корейса кишер өсөн ҡырғыс кәрәк булыр. Ташҡабаҡты тышы ҡаты булһа, әрсейбеҙ, йомшаҡ булһа, шул килеш ҡырабыҙ. Салатты ашар алдынан ғына эшләйбеҙ һәм шундуҡ ашайбыҙ - һуты бүленеп өлгөрмәйәсәк. 📌Ташҡабаҡты үҙебеҙгә кәрәкле күләмдә ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Мөмкин тағы ҡыяр, кишер һ.б. йәшелсәләр өҫтәргә. Шул уҡ ҡырғыс менән йәки нәҙек оҙонса итеп телергә. Кемгә оҡшай, һарымһаҡты ваҡ ҡына турап һалырға йәки минең вариант - кипкән һарымһаҡ һибергә була. Майонез урынына 1-2 ҡалаҡ (1 порцияға): - зәйтүн/ҡабаҡ/көнбағыш/авокадо/кунжут майы (холодного отжима), - йә иҙелгән авокадо (сәнске менән иҙеп, бер нисә тамсы лимон һуты, самалап зәйтүн майы ҡушырға), - йә хумус (супермаркеттарҙа бар), - йә магазин ҡаймағы, - йә татлы булмаған йогурт һалып бутарға. Үҙегеҙ эшләгән өй майонезы ла мөмкин. Ҡырғыстан үткәреп сыр ҙа һибергә була. Һәм иң аҙаҡтан ғына, ашар алдынан, бер аҙ семтем тоҙ (йәки лимон һуты) һалып, матурлап бутайбыҙ. Укроп, йәшел һуған турап, салатҡа һибәбеҙ. Сәнске алып, тәмле генә, һутлы ғына һәм кетерләп кенә торған файҙалы "спагетти"ҙы ашарға ғына ҡала✅. Ашығыҙ тәмле булһын! "Өс ауыҙ һүҙ" төркөмөнән