Көҙ 🍁🍂
Көҙ 🍁🍂 Ҡылҡәләмен ҡулына алған Һарысай-оҫта, Рәсемдәрҙе төшөрә ул ғәжәйеп оҫта! Һары төҫтө бигерәк тә үҙ иткәндәй, Бар донъяға алтын ғына ҡот һипкәндәй. Көрән төҫ тә уның иң-иң яратҡаны, Ҡыҙылы ла, күренеп тора, йән атҡаны. Ҡыҙ-ҡырҡынға килешкәндәй ошо төҫтәр, Көҙ үҙе лә - ҡыҙ затынан- ялҡын өҫтәр. Көҙҙәр төҫө – ҡыҙҙар төҫө, һөйөү төҫө, Мөхәббәткә тулған кеүек Ерҙең өҫтө. Тик ҡатындар була ала шундай көслө, Тик ҡатындар була ала шундай хисле!❤ (Айзилә Мортаева)