Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тула.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тула. Бөйөк шағирыбыҙҙың тыуған көнөндә уның шиғырҙарын уҡып алайыҡ әле, ҡәҙерле дуҫтар! Әлфиәгә Донъям тотҡалары һирәк минең, Һирәк булды минең таянысым. Тыуғаныңдан бирле, аҡ фәрештәм, Һин өмөтөм булдың, ҡыуанысым. Бит Әлфиә тигән исемең дә, Тәүге иртә, тәүге нур һымаҡ, Һинең бер ҡарашың, бер ауазың, Изге доға, моңло йыр һымаҡ. Минең өсөн һин һаман да сабый - Хәсрәттәрҙән азат, хәүефтән... Һоҡланып та һине, борсолоп та Күңелем бишегемдә бәүелтәм. ------------------------------------------------------- Ҡыш килгәс Алыҫта урман, Урманда томан. Ерҙе ҡаплаған Аҡ мамыҡ юрған. Тышта ел өрә, Ҡарҙы һеперә, Мин өйҙә торам Һалҡынға күрә. Тышта ата ҡаҙ. Ул, меҫкен, бойоҡ. -Эсәй, ниңә уның Бер аяғы юҡ? 1938 -------------------------------------------------------- Алыҫта ҡалған эҙҙәр (Ағиҙел ярында таш тора. М.Ғафури был таш эргәһенә баҫып, «Өфө сәхрәләре»н күҙәтергә яратҡан.) Яр ташына киләм көҙ һайын: Йә елләнеп ямғыр һибелә, Йә ҡараңғы тымыҡ төн була, Йә ай нуры төшә Иҙелгә, Яр ташына киләм көҙ һайын. Бында торған шағир яңғыҙы, Күңел күген ҡайғы ҡаплаһа, Йыр дауылы ҡупһа йөрәктә, Йә донъяһын онотоп шатланһа, Бында торған шағир яңғыҙы. Иҙел шаһит, Иҙел, сая Иҙел- Шундай минуттарҙа ҡойолған Ауыр йәштәр, ут тамсыһы булып, Ошо яр ташына уйылған. Иҙел шаһит, Иҙел, сая Иҙел. Баҫып торған ташҡа тянып, Был Иҙелдәй тәрән, мул ғүмер, Иркен дала һуҙыла алыҫҡа, Ул, далаға тиңдәш киң күңел, Баҫып торған ташҡа таянып. Мин эҙҙәрен эҙләп шағирҙың, Баҫмаммы тип ҡаты һағышты, Ишетә алмаммы тип шул ерҙә Инде ҡабатланмаҫ тауышты, Мин эҙҙәрен эҙләп шағирҙың, Яр ташына киләм көҙ һайын. Йә елләнеп ямғыр һибелә, Йә ҡараңғы тымыҡ төн була, Йә ай нуры төшә Иҙелгә, Яр ташына киләм көҙ һайын. 1940 ----------------------------------------------- Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа, Ерҙә мин бер шундай юламан, Көндөҙ мин – ҡояшҡа, ә төндәрен Йондоҙҙарға ҡарап юл алам. Иренемде ҡаршы елдәр киҫте, Сәсемдә сал – йылдар туҙаны, Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын. Тик ҡояшты болот ҡаплап китә Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда. Йондоҙҙар ҙа, Хатта йондоҙҙар ҙа Томалана төнгө томанда. Аяҙҙа ла йонсоу көндәрҙә лә Ғүмер юлы тигән араны Уҙған саҡта, Йондоҙҙарҙай күреп, Мин күҙҙәргә ҡарап барамын, Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу Күҙҙәренә ҡарап барамын, - Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн, Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн. 1963