Бөгөн Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тулыу айҡанлы уның һәйкәленә сәскәләр һалы...
Бөгөн Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тулыу айҡанлы уның һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы булып үтте. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа урынлашҡан шағир һәйкәленә сәскәләр һалды, уның әҫәрҙәрен һәм әҙип хаҡында шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Мостай Кәримде "рухи атай" тип атаны һәм шиғырын уҡып үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Фәнүр Шәйхисламов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов телмәр тотто, улар Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадының әһәмиәтен билдәләп үтте, уның тәрән аҡылы, ижады, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт әйтте. Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова: - Беҙҙе бөгөн, ҡояшлы матур көндә, атайым тағы ла барыбыҙҙы бергә йыйҙы. Уның бөтә ижады тәрән һөйөүгә ҡоролғайны, ул кешеләрҙе яратты, кешеләр менән аралашыуҙан илһам ала ине. Бөгөн беҙ бергә, осрашыуға шатбыҙ, бер-беребеҙҙе яратабыҙ һәм һәр саҡ шулай булһын, ярҙам итеп, аңлап, татыу йәшәргә яҙһын. Атайым һәр саҡ йәштәрҙе яратты, беҙ ҙә йәштәр менән осрашырға, аралашырға яратабыҙ. Бөгөн ҙур ихласлыҡ менән беҙ әүҙем йәштәребеҙгә исемле стипендиялар тапшырабыҙ, - тине һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаттарына премиялар бирҙе. Был бәхетле исемгә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары Гөлназ Солтанғолова һәм Вилдан Шәмсетдинов лайыҡ булды.