Хәйерле иртә😍Уңышлы көн😋
Хәйерле иртә😍Уңышлы көн😋 ҠӨРЬӘН ӘМЕР ИТӘ 🍃 Мыҫҡыл итмәгеҙ (49:11). 🍃 Һораусыны ашатығыҙ (22:36). 🍃 Ғәйбәт һөйләмәгеҙ (49:12). 🍃 Баҫалҡы булығыҙ (25:63). 🍃 Асыуығыҙҙы тыйығыҙ (3:134). 🍃 Анттарығыҙҙы үтәгеҙ (5:89). 🍃 Атай-әсәйҙәрегеҙ менән тупаҫ һөйләшмәгеҙ (17:23). 🍃 Исраф ҡылмағыҙ (17:26). 🍃 Ҡунағығыҙға ҡарата киң күңелле булығыҙ (51:24-27). 🍃 Яуызлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарығыҙ (41:34). 🍃 Буш һүҙ һөйләүҙән ҡасығыҙ (23:3). 🍃 Ғәйбәт таратмағыҙ (24:15). 🍃 Бер-берегеҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ (24:12). 🍃 Башҡаларҙан көлмәгеҙ (49:11). 🍃 Үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ (53:32). 🍃 Дошман солох теләһә, ҡабул итегеҙ (8:61). 🍃 Һатыу итеүҙә кешеләрҙе алдамағыҙ (6:152). 🍃 Саҙаҡағыҙҙы кире ҡайтарыуҙарын һорамағыҙ (76:9). 🍃 Дингә кешене мәжбүр итмәгеҙ (2:256). 🍃 Матур һүҙ һөйләгеҙ, хатта яһилдарға ла (25:63). 🍃 Кафырҙарҙың Аллаһтан башҡаға табынған нәмәләрен мыҫҡылламағыҙ — улар Аллаһҡа һүҙ тигеҙмәһен өсөн (6:108). 🍃 Кешеләргә эшләгән изгелегегеҙҙе иҫләтеп йөрөмәгеҙ (2:264). 🍃 Ғәйепһеҙҙең йәнен ҡыйыу бөтә кешелекте үлтереүгә тиң (5:32). 🍃 Бер кешене ҡотҡарыу бөтә кешелекте ҡотҡарыуға тиң (5:32). ✍️ Мөслимә яҙмалары