Колхоздың баҫыу ҡараусыһы Янбаев Әхмәт атын эсерергә йылға буйына төштө. Йәйге көн биге... — 12 июня 2026 г. в 04:34:21.312
Колхоздың баҫыу ҡараусыһы Янбаев Әхмәт атын эсерергә йылға буйына төштө. Йәйге көн бигерәк эҫе шул. Баҫыу ҡараусының бурысы – иген, бигерәк тә сөгөлдөр сәселгән майҙандарҙы ауыл малы тәләфләүенән һаҡлау. Хәйҙәров Хәлим дә баҫыу ҡарай. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ биләмәһе. Ҡай саҡта шулай ҙа булғылай: улар бинокль аша яландарҙы байҡап, көтөүҙән айырылған малдың баҫыу тапап йөрөүен күреп ҡалһа ла, ҡасҡалаҡтың үҙ яғында түгеллеген самалап: «Әһә, иртәгә рәйестән эләгәсәк уға!» – тип әсе көлөмһөрәп кенә ҡуя. Иртәгәһенә, бергәләшеп хәмер һемереп ултырғанда, араларында ошондайыраҡ әңгәмә сығасаҡ. – Һин, күргәс, ниңә миңә өндәшмәнең? Ҡәһәрең, йоҡлап кителгән! Яуабы ла шулайыраҡ яңғырай: – Мин балыҡсылап йөрөнөм бит, күрмәй ҡалдым! Атын эсереп, һалҡын һыуҙа ҡойоноп сыҡҡас, Әхмәт ағас күләгәһенә ятты ла, серемгә талды. Көн кискә ауышҡайны инде. Күк аяҙ, зәңгәрлеге күҙҙе сағылдыра. Ауыл көтөүе ҡайтырға иртә әле. Әхмәттең төп эше ана шул көтөү ҡайтыуҙан башлана ла инде. Көтөү ҡайтҡас, һәр хужабикә үҙ малын ҡаршы ала, һыйырҙарҙы быҙауҙарынан айырып бикләй. Елендәре ташҡан бәғзе һыйырҙар түҙемһеҙләнеп, ҡапҡаны мөгөҙҙҙәре менән асып, хужабикәһе янына ашыға. Ә елғыуарыраҡтары иһә, киреһенсә, өйҙән ситкә, ауыл янында уҡ йәйрәп ятҡан иген, сөгөлдөр баҫыуҙары яғына баш ҡайыра. Ана шунда Әхмәткә көс төшә. Әхмәтте насар кеше тип әйтеп булмай. Йорто ныҡлы, ҡатыны, ике балаһы бар. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, башта шофер булып эшләне. Аҙаҡтан, һаулығы насарланғас (ул хеҙмәттә ашҡаҙан сиренә тарығайны), ремонт мастерскойына күсерҙеләр. Ашҡаҙанына операция яһағас, баҫыу ҡараусыһы булырға тәҡдим иттеләр. Риза булды инде. ...Әхмәт йоҡо аралаш бер нәмәне хәтерләне. Ул кисә, эш юҡлыҡтан ғына тирә-йүнде биноклдән байҡап, теге ярҙағы урман ситендә ҙур ғына бурһыҡ йөрөгәнен күреп ҡалғайны. «Тимәк, яҡын-тирәлә өңө бар», тип уйлап ҡуйҙы ул. Көтөү ҡайтҡансы барып, эҙләштереп ҡарарға кәрәк. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-06-10/in-b-re-hik-y-4716336

