... Эй, тормош тигәнең… Бер күктәргә күтәрә, бер ергә һеңгәҙәтә һуға шул әҙәм балаһын. ... — 12 июня 2026 г. в 01:00:13.049
... Эй, тормош тигәнең… Бер күктәргә күтәрә, бер ергә һеңгәҙәтә һуға шул әҙәм балаһын. Зат затына оҡшамаһа, арты ҡыйыш була, тейҙәр бит – Байморат менән дә йәшәүе ҡаймаҡ ҡына булманы, ҡайҙа ул, хатта сәпсим ҡаймаҡ булманы. Ир донъяһын бынамын итеп көтһә лә, кәзәһе ғүмере буйы эргәһендә генә йөрөнө. Яңылыш ҡына бер һүҙ ысҡындырыуың да етә – тояҡтарын текелдәтеп, мөгөҙҙәрен сәнсеп ир менән ҡатын араһына текә генә килеп тә баҫа. Абышҡаһының һалпы яҡтарын яйлап төшөнөп алғас, “йөгө” ауыша башлаған яғына һалам ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, утыҙ йылға яҡын ғүмер итеп ташлағандар икән. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-01-26/sem-r-e-andy-ta-ylyu-ba-auetdinova-3618920

