... – Гөлкәй! – Ринаттың тауышы ҡалтыранып, йөрәгенән урғып сыҡты. Бер-ике аҙым атланы ... — 25 июня 2026 г. в 16:00:17.880
... – Гөлкәй! – Ринаттың тауышы ҡалтыранып, йөрәгенән урғып сыҡты. Бер-ике аҙым атланы ла туҡтап ҡалды. – Гөлкәй! Өнөммө-төшөммө? Алһыу төҫтәге ҡыҫҡа балаҡлы салбар, селтәрле аҡ кофта, оҙон сәс… Гөлкәй яй ғына әйләнеп баҫты, оҙон керпектәрен елпеп ҡарап алды, йылмайғандай итте. Күҙҙәре ҡыҙарып, шешенгәндәй. Илағанғалыр. – Гөлкәй! – Ринат ҡатынға яҡын килде, һаҡ ҡына ҡосағына алды. Тегеһе ҡарышманы, башын ирҙең күкрәгенә терәне. Оҙаҡ торҙо улар шулай. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-04-18/egerme-yylly-hyyal-hik-y-g-lnara-mostafina-3733059

