Сиғандарҙың килеүе ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Бала-сағаһы менән бергә ун тирәһе ... — 25 июня 2026 г. в 14:04:12.926
Сиғандарҙың килеүе ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Бала-сағаһы менән бергә ун тирәһе ине улар. Шулай ҙа ҙур көтөүҙән дә артыҡ ҡыланалар. Сиғандарҙың килеүе ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Бала-сағаһы менән бергә ун тирәһе ине улар. Шулай ҙа ҙур көтөүҙән дә артыҡ ҡыланалар. Күрәҙәсегә ышанып... баламды юғалттым Күрәҙәсегә ышанып... баламды юғалттым Кемдер йәһәтләп ҡапҡаһын бикләне, икенселәр иһә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай урамға сыҡты. Өй беренсә йөрөп теләнселәнеүҙәре, бигерәк тә итек башындай ғына бәләкәй балаларының әрһеҙлеге аптыратты. Беҙҙең халыҡ изге күңелле – картуфын, икмәген, май-йомортҡаһын артығы менән бирҙе. Төш етеүгә полиция килеп, тегеләрҙе будкалы машинаға тейәп ҡайҙалыр алып та китте. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан елдәр осто, ә бына һауынсы Фәғилә үҙенә урын тапманы. “Ниңә ризалаштым икән, ниңә генә?..” тип бөтөрөндө. Бесән алдыртам тигән һуңғы аҡсаһын ҡырып-һепереп бер сиғандың ҡулына тотторғайны, яҡшы хәбәр ишетәйем тип. “Улыңдың әжәле һыуҙан...” тимәһенме уныһы күҙенә тура ҡарап. Етмәһә, ҡәҙерлегә генә ябынып йөрөгән шәлен таба алмай, шул сиған бисәһе генә сәлдерҙе инде... Эйе, уларҙың ауылға килгәнен ишеткәс, Фәғилә лә мәрәкә эҙләп урамға ашыҡҡайны. Күп тә үтмәне, оҙон күлдәкле, яулығын төшөрә биреберәк ябынған, һәр бармағына тиерлек балдаҡ кейгән, көлгәндә алтын тештәре ялтырап күренгән бер ҡатын алдында пәйҙә булды. "Ҡайҙа, бир ҡулыңды, яҙмышыңды һөйләп бирәм", – тип тәтелдәп, һауынсының һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулын тотто. Фәғилә ҡыҙыҡһынып китте. Мәктәпте тамамлағас, колхозға эшкә урынлашҡан, ферма мөдиренән бала тапҡан ҡатын әллә ҡасандан бирле кейәүгә сығыу тураһында хыяллана ине. “Бәлки, яҙмышымды изгегә юрар...” Ә сиған ҡатыны: "Улыңдың әжәле һыуҙан..." - тине. Уйлап ҡараһаң, быға ышанырлыҡ түгел. Нисек инде, Байсәләмдә бер ниндәй ҙә йылға юҡ, Ташйырын шишмәһе лә ауылға етер-етмәҫтән ҡорой. Шулай ҙа https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-01-08/k-r-seg-yshanyp-balamdy-yu-alttym-4531268

