Наргизәне Ғәзиз яратып алды. Хәйер, тәүге ҡатынын да яратманы түгел, яратты. Һигеҙ йыл ... — 2 июля 2026 г. в 04:00:13.548
Наргизәне Ғәзиз яратып алды. Хәйер, тәүге ҡатынын да яратманы түгел, яратты. Һигеҙ йыл бергә йәшәнеләр, балалары булманы. Ғәзиз баштараҡ быға әһәмиәт бирмәй ине. Бала-саға ҡайғыһымы ни, заманы бит әллә ниндәй, кешеләр ярышып донъя етештерә башланы. Ҡалышҡы киләме ни? Өй күтәрәһе бар. Уныһына ингәс, мунсаһы, һарайы, гаражы кәрәк булды. Шунан машина алғыһы килде. Тиҫтер егеттәрҙең күбеһе машиналы. Кредитҡа алалар ҙа, бала-сағалы ла булып киткәс, тапҡандарын еткерә алмай бер булалар. Ғәзиз улай этләнмәне. Утыҙҙан үтер-үтмәҫ донъяһын сын-яһау итеп ҡорҙо ла алды. Ҡатыны ла сымыры, тапҡанын тәләфләмәне. Донъя көтөүгә харап әрһеҙ булды. Ә артабан? Нисектер мәғәнәһеҙ булып китте Ғәзиздәрҙең тормошо - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-07-29/syua-k-nd-ge-bo-lo-yam-yr-3866250

