- Сәлимә Кәбировна , юл фәжиғәһенә осраған ауыр яраланы алып килделәр. Хәле ҡыл өҫтөндә... — 8 августа 2026 г. в 04:20:14.642
- Сәлимә Кәбировна , юл фәжиғәһенә осраған ауыр яраланы алып килделәр. Хәле ҡыл өҫтөндә. Әле ренгент үткәрәләр, анализдар алалар. Һушын юғалтыр алдынан һеҙҙе саҡырыуҙы үтенеп һораны.Ҡала дауаханаһында баш табип булып эшләгән хирург Сәлимоваға ауырыуҙар йыш мөрәжәғәт итә. Тыуған ауылы яҡын булғас , ауылдаштарының йыш ярҙам һорап килеүҙәренә өйрәнеп тә бөткән.Ауырыуҙың әҙер анализ һөҙөмтәләрен ҡарай - ҡарай палатаға ашыҡты табип. Уның йөҙөнә ҡарау менән таныны - класташы, ҡасандыр серҙәше, йән дуҫы булған, һуңынан яҙмышын йөҙ һикһән градусҡа әйләндергән ауылдашы Зөһрә ята ине. Йылдар йөҙөнә бураҙналар һалған . Ауырыуҙың хәле үтә ауыр. Операцияға әҙерләгеҙ , тип хеҙмәттәштәренә күрһәтмәләрен бирә - бирә операция бүлмәһенә ашыҡты.Ул өс сәғәткә һуҙылды. Мөмкин булғандың барыһын да эшләнеләр. Хәҙер көтөргә лә, көтөргә.Таушалып бөткән организмдың тере ҡалыуы бик икеле ине. - Тыуғандарына, ғаиләһенә хәбәр итегеҙ, килһендәр ,- тип кушеткаға барып ятты Сәлимә. Төнгө дежурствоһы ла тынғыһыҙ булды шул. Ярҙамсыһы килтергән ҡуйы ҡәһүәне эскәс, хәл ингәндәй булды. Ашығып , ауырыу эргәһенә йүнәлде. Наркоз йоғонтоһынан сыҡмаған әле Зөһрә .Нисәмә йылдар үткәндән һуң осрашты улар... Зөһрә менән Сәлимә бер партала ултырҙылар.Бер - береһенә ҡарата семтем дә хыянаты булмаған яҡын дуҫ булдылар. Унынсы класта уҡығанда Сәлимә үҙенән ике йәшкә өлкән күрше ауыл егете Булатҡа ғашиҡ булды. Бер - береһенә тап килгән ине ғашиҡтар. Зөһрә, тыштан белдермәһә лә, әхирәтенең бәхетенә шул тиклем көнләште. Үҙе лә эстән генә Булатҡа ғашиҡ булып , йәштәрҙең араларын боҙорға ине , тигән хыял менән йәшәне. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/urlan-an-y-n-z-m-zhitova-askarova-4773786

