Зифа иртәнге хәлдән һуң уҡыуға барманы. Әлиә менән һөйләшеп күңелен бушатҡас, ул бер ни... — 7 августа 2026 г. в 15:52:08.090
Зифа иртәнге хәлдән һуң уҡыуға барманы. Әлиә менән һөйләшеп күңелен бушатҡас, ул бер ни белмәй иҙрәп йоҡланы. Зифа уянғанда сәғәт киске дүрт ине. Әлиә әле уҡыуҙа. Зифаны ниндәйҙер тынғыһыҙ тойғо биләй башланы, әйтерһең, ул ниндәйҙер оятһыҙ эш эшләгән. Был уйҙарҙы ҡыуыр өсөн ул тороп бүлмәне рәтләп, яңы күршеһе ҡайтырына тамаҡ бешереп ҡуйырға булды. Ләкин уйҙар уны ҡалдырырға ашыҡманы. Балкон яғына күҙ ташлаған һайын, ул уны саҡырғандай тойолдо, әйтерһең, унда эшләнеп бөтөлмәгән эше бар. Был уйҙар уның тынын ҡыҫты, бүлмәлә тынсыу, эҫе тойолдо, ә былай ҙа бәләкәй бүлмәнең стеналары уға яҡыная башланы. Саф һауа һуларға тәҙрәне асырға теләгәйне лә, ҡурҡты: балкон тартып алыр һымаҡ. Хәлһеҙләнеп, карауатына барып ултырҙы. Үҙенең иртәнге ҡыланышын аңынан үткәрергә маташты. Әлиә килеп ингәс, Зифаға яңы күршеһе менән яңы өмөт килеп ингәндәй булды. Ул үҙенең ҡасандыр бәхетле буласағына бер нисә минутҡа ышанғайны хатта. Хәҙер ул тойғо үтте. Ниңә ул улай уйланы? Бәлки, барыһы ла күҙенә генә салынғандыр? Ҡурҡыу, Әлиә, уның йыуатырлыҡ һүҙҙәре... Китсе, ниндәй уйҙар башына инә, аҡылдан яҙмағандыр бит?.. Зифа үҙен йыуатырға тотондо. Башында бары тик “барыһы яҡшы буласаҡ, хәҙер Әлиә ҡайта, барыһы яҡшы буласаҡ” тигән уйҙар өҙөк-өҙөк булып әйләнде. Ә Әлиә юҡ та юҡ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-07/b-hetemd-n-ya-yrma-y-4775777

