📍Инәнең башы-ы-ы! – тине, һаҡал төктәре баҫҡан эйәген ыуып. – Кисә ныҡ булғанбыҙ, ахыр... — 7 августа 2026 г. в 14:32:05.114
📍Инәнең башы-ы-ы! – тине, һаҡал төктәре баҫҡан эйәген ыуып. – Кисә ныҡ булғанбыҙ, ахыры. Зыяратҡа килеп йоҡлағанбыҙ, ә! Берәйһен ерләнекме әллә? Абдулла мулланың асыуы ҡабарҙы: – Йоҡламай ни... Үлгәнбеҙ бит!.. Мәйеттәр беҙ! – Кит әле, юҡты һөйләмә, – Ғәләүетдин үҙенең өҫтөндәге кейемгә иғтибар итте. – Аһ, аһ! Ғүмерҙә кеймәгән нәмә... Кемдеке икән?.. Туҡтале!.. Тимербай ағай, һин бит... – Нимә мнн? – Тимербай ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. – Һин бит... Һин бит үлдең... Һине бит күмдек... Абдулла мулла, һине лә... – Ғәләүетдин артҡа сигенде. – Белогорячка башланды әллә... Китегеҙ!.. Китегеҙ күҙ алдынан!.. Тфю!.. Тфю!.. Бисмилла!.. – Һин дә мәйет... – тине Абдулла мулла битараф ҡына. – Хәйер, теге донъяла ла... Ғәләүетдин ҡуш услап башын тотоп, сүгәләп төштө. Ошо минутта үлтереп тәмәке тартҡыһы килде. Башын яй ғына ҡалҡытып, Тимербайға ялбарыулы ҡарашын төбәне: – Тәмәкең юҡмы, Тимербай агай? – Ай, иҫәүән! — тип ҡул һелтәне Тимербай. — Башың юҡ икән дә... – Шымығыҙ! – Абдулла мулланың киҫәтеүле тауышы яңғыраны. Яҡында ғына “Ярҙам итегеҙ!” тип кемдеңдер ыңғырашҡан тауышы ишетелде. Тауыштың эргәләге ҡәберҙән килгәнен шәйләп, Абдулла мулла Ғәләүетдингә өндәште: – Эй, Ғәләү, бар, ярҙам ит! https://kungak.ru/news/literature/2026-08-07/i-m-t-salauat-b-z-r-4773329

