Эске тыйылған саҡта (хикәйә) — 23 августа 2026 г. в 13:05:35.913
Эске тыйылған саҡта (хикәйә) Ҡапыл ғына ул барыһын да аңланы... Юҡ, был хәлдән донъя түңкәрелмәне. Ер ҙә тетрәмәне. Аяҡ аҫтындағы ялтыр мәрмәр ҙә сатнаманы, университеттың аҡ колонналары ла ҡойолоп ауманылар, әүәлгесә ауыр таш ҡыйыҡты күтәреп тора бирҙеләр. Балҡып торған май айының аҡ сәскәләре лә таждарындағы бер генә япраҡты юғалтманылар был хәлдән. Бар нәмә лә үҙ урынында ҡалды... Тик йөрәгенең иң төбөндә, гүйә, кескәй генә сатнау яралды һәм сытыр-сытыр килеп, дауа белмәҫ һыҙланыу яралтып, төрлө яҡҡа тарала, йәйелә, киңәйә башланы. Ихтыярына ҡуйып тыймаһаң, һис шикһеҙ, ул сатнау йөрәкте генә түгел, ә уның барса ағзаларын, мейеһен, тән-кәүҙәһен селпәрәмә итергә янай ине... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-08-21/eske-tyyyl-an-sa-ta-hik-y-4788930

