Дүрт урынлыҡ палатала улар өсәү ята. Барыһының диагнозы бер иш: йөклөлөктең тәүге өс ай... — 30 августа 2026 г. в 08:02:07.570
Дүрт урынлыҡ палатала улар өсәү ята. Барыһының диагнозы бер иш: йөклөлөктең тәүге өс айында була торған токсикоз. Күңелдәре болғана, уҡшыта, бер нәмә ашай алмай интегәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенә тамам хәлһеҙләнгән, йонсоған хәлдә эләктеләр улар. Гөлназ менән Оля йүнәлтмә менән ятһа, Гөлнараны "Тиҙ ярҙам" машинаһы килтерҙе. Хәле үтә лә хөрт булғас, бер тәүлек реанимацияла, һуңынан ғына ҡәҙимге палатала ул. Гөлнара урта буйлы, нескә билле иҫ киткес сибәр ҡатын. Ғәжәйеп бит — ҡап- ҡара тулҡынлы сәс, аҡ нәфис тән. Төҫө уңып бөткән балнис халатында ла матур күренә. Йонсоу, сирле сағында ла ул шундай наҙлы, шундай һоҡланғыс. Күршеһе, тулы кәүҙәле, ҡуңыр йөҙөн тут баҫҡан Гөлназ күркәм ҡиәфәт менән маҡтана алмай шул. Һылыу ҡатынды күргәс тә ул: "Вәт, исмаһам, тәтәй бисә, куколка. Килмәгән ере юҡ. Ире быны күтәреп кенә йөрөтәлер... — тип уйлап ҡуйҙы. Һоҡланып та, көнләшеп тә ҡараны Гөлназ күршеһенә. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2021-09-30/ya-myshtar-hik-y-2525523

