📍Интеллигент — 30 августа 2026 г. в 07:07:20.999
📍Интеллигент – Барсаһы шул һуғыштан ҡаса, һин нишләп эсенә инеп бараһың ул, улым? Ниндәй мөһөрө бар үҙеңдә Хоҙайҙың? Үпкәләп тә түгел, көйөп тә, рәнйеп тә бирмәне әсәһе уға был һорауҙы. Ҡурҡыуҙары йөрәге менән ҡуша янып бөтөп, көлгә ҡалған да, шул көл һиллеге булмышын яулаған бит инде уның күптән. Тик көлө йылы әле. Шул йылылыҡ ине аҡ төшә башлаған күҙҙәрҙә лә. – Әсәй, әйҙә, юл алдынан ултырып торайыҡ, – тине уға яуап итеп Салауат. Ҡарт әсә, ниндәйҙер уйынсыҡҡа үрелеп баҡҡан да, айырыла алмаған бесәй балаһылай эскерһеҙ булып төбәлгән уға. Тик яуап ала алмаҫын белә. Шуға ла ныҡышмай. Иламай ҙа ул. Йәшһеҙ генә эстән һыҡрай. Ҡартлыҡ касафатымы? Ә элек... Башта, тәүгеһендә... У-уй! Ер-һыу ағыҙырҙай буҙлап, ятып ҡайғырып... Ярар, уларын аҙағыраҡ та иҫләр, әле улын оҙатырға кәрәк. Тағы һуғышҡа китеп бара. «Йә, Хоҙай, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ҡапҡа тышынаса эйәреп сыҡты Сәлимә. – Һуғышһыҙ илдән өсөнсөгә ут эсенә оҙатыуым. Минең ғүмергә еткәндер инде...» https://kungak.ru/news/literature/2026-08-30/intelligent-4795779

